Фән күгенең яҡты йондоҙо

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Был йәһәттән башҡорт халҡы үҙ ғалимдары менән сикһеҙ ғорурлана ала. Тап ошо көндәрҙә билдәле ғалимә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина үҙенең 86-сы ғүмер байрамын билдәләй.

Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән тиҫтәләгән китаптар (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ "Салауат Юлаев" энциклопедияһы, "История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.", "История башкирского народа" кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе, 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады"ның "Йомаҡтар", "Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр", "Риүәйәттәр һәм легендалар" буйынса өлөштәрендә Фәнүзә Айытбай ҡыҙының мәртәбәле хеҙмәт емештәре ингән. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы бөтә донъяға билдәле итеүсе ғалимә-фольклорсының хеҙмәттәре бихисап.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Фәнүзә Нәҙершина авторлығындағы һәм мөхәррирлегендә түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:

"Тел гәүһәрҙәре".
Бер нисә телдә нәшер ителгән мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙән торған был йыйынтыҡ үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Авторҙар халыҡ ижадының был төрөн барлыҡ нескәлектәре, ҡиммәттәре менән тулыһынса еткерә алған, уларҙа күпме тел байлығы, аҡыл тәрәнлеге ята.

Китапҡа тупланған паремик ижад өлгөләре ике киҫәктән тора: беренсе киҫәккә – 400-ҙән ашыу башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре һәм уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә тәржемәләре, икенсеһенә башҡортса-русса-инглизсә-немецса-французса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелгән. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнә.

“Башҡорт халыҡ ижады. X том”.
Был китапҡа тупланған паремик ижад үрнәктәре ике ҙур киҫәктән тора. Тәүге киҫәккә X томдың беренсе китабына (Өфө: Китап, 2006) инмәй ҡалған һәм һуңғы ун йылда яҙып алынған текстар, икенсеһенә башҡортса-урыҫса-инглизсә мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелде.

Был китаптарҙы нәшриәт магазиндарынан, беҙҙең сайт аша һатып алырға мөмкин.
http://kitap-ufa.ru
07.02.2022

Возврат к списку