“Фатиха”нан фатиха

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәте уҡыусыларға Марат Әминевтең көлкөлө күстәнәсе - «Фатиха» исемле юмористик баҫмаһын тәҡдим итә.

  Марат Әминевтең был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре  һәм иң шәп юморескалары тупланған. Әҙиптең  әҫәрҙәре уҡыусыны берсә уйландырып,  фәһем алырға әйҙәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.

  Марат Мөхәмәт улының  юмористик хикәйәләренең төп  үҙенсәлеге шунда: уларға мәғәнәле көлөү хас. Был иһә һәр көлкөлө хәлде  кеше көлдөрөү өсөн генә  яҙыу түгел, унан фәһем алыу, һығымта яһау, тигән һүҙ.

  Берсә шаян, берсә фәһемле телле, осло ҡәләмле Марат Әминевтең «Фатиха»һы уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килер.

  Китапты  нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
25.01.2022

Возврат к списку