Филологтар көнө менән!

Бөгөн филологтар көнө

Тел ҡанундарын, уның тарихын һәм бөгөнгө торошон яҡшы белгән уҡымышлы һәм белемле тел белгестәрен – филологтарҙы – һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙ телебеҙҙе һаҡлаусы, үҫтереүсе, ғилем таратыусы булараҡ, уның киләсәге лә һеҙҙең ҡулдарҙа. Ышаныслы аҙымдар менән алға барыу өсөн ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең “Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары” бүлегендә үҙ эшен яратҡан, юғары белемле, ысын мәғәнәһендә телһөйәр филологтар эшләй. Оҙаҡ йылдар мөхәррир эшен башҡарған төпсөр, тырыш һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр тәжрибәле тел белгесе булып үҫешеп еткән.

Был бүлек дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, методик әсбаптар, һүҙлектәрҙе баҫмаға әҙерләй. Китаптар башҡорт, рус, татар һәм инглиз телдәрендә нәшер ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн нәшриәт магазиндарына мөрәжәғәт итегеҙ!
25.05.2021

Возврат к списку