Фирүзә Абдуллинанан шиғри бүләктәр

  Поэзияға ғашиҡ һәм Фирүзә Абдуллина ижадын үҙ иткән китап уҡыусылар өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазины "Ихлас күңелдән!'", "Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!", "Бәхет бар ул!" исемле йыйынтыҡтарҙы тәҡдим итә.

  Ташҡын кеүек урғылып торған шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән, тормоштағы һәр ҡайһы ваҡиғаны ла ябай итеп, шул уҡ ваҡытта бөтә тәрәнлеге менән уҡыусыһына еткергән тел оҫтаһының яҡтылыҡ һәм изгелек илткән ижад емештәре тап һеҙҙе көтә, дуҫтар!

  Өлгөрмәй ҡалмағыҙ!!!
02.05.2021

Возврат к списку