Гөр килә өйҙөң эсе

   Ошо көндәрҙә билдәле шағирә, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулып үтте. Ошо айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә әҙибәнең башҡорт һәм рус телдәрендә "Гөр килә өйҙөң эсе=Голоса родного края" исемле китабы донъя күрҙе.

   Китап кескәй балалар китап уҡыусылары, тәрбиәселәр, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылар өсөн һәйбәт ҡулланма. Ул бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа, рәхим итегеҙ!
25.09.2020

Возврат к списку