Геройҙары – беҙҙең арала
Кисә баш ҡалабыҙҙың Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында халыҡ яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың очерктары геройҙары менән осрашыу үтте. Унда яҙыусы әҫәрҙәренең геройҙарының прототиптары, билдәле йырсылар, артистар, яҙыусылар, журналистар, БДУ студенттары һәм китап уҡыусылар ҡатнашты.
Осрашыу бик йәнле һәм матур үтте. Сараны йорт-музей директоры Ғәҙилә Бүләкова алып барҙы. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының тормошона, ижадына үҙенә ҡарата уның тәрбиәләнеүселәренән, уҡыусыларынан, коллегаларынан, яҡындарынан һәм башҡа ҡатнашыусыларҙан йылы һүҙҙәр, матур фекерҙәр яңғыраны. Очерк һәм башҡа әҫәрҙәренә герой булараҡ алынған прототиптары үҙҙәренең тәьҫораттары һәм тормоштарындағы хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашты.
Таңсулпан Ғарипованы уҡыусылар яҙыусы, драматург булараҡ ҡына белһәләр, осрашыуҙа булғандан һуң, үҙҙәре уны икенсе яҡтан да астылар. Баҡтиһәң, яҙыу эшенән тыш уҡытыусы, тәрбиәсе лә булған, күп кенә уҡыусыларына икенсе әсәй, ҡайһыларына яҡын дуҫ, күрше булып, йылы, яҡшы мөнәсәбәттәрҙә йылдар дауамында аралашып һәм дуҫлашып йәшәгән.
Яҙыусының геройҙары беҙҙең арала. Һәм улар заман менән бергә атлаған, томош ығы-зығыһына бирешмәй донъя көткән, ғаилә ҡорған, балалар баҡҡан ябай кешеләр. Уның әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының үткәне лә, бөгөнгөһө лә күрһәтелә. Тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, медицина һәм психология ла сағылыш тапҡан.
Сара фотоға төшөү, автограф биреү һәм яҙыусының китаптарын һатыу күргәҙмәһе менән тамамланды.

29.04.2021