«Иҙел йорт» донъя күрҙе

Уҡыусыларыбыҙ араһында сәсмә әҫәрҙәр менән бер рәттән тарихты ҡыҙыҡһынып өйрәнеүселәр ҙә бихисап. Тап  шундайҙар өсөн  ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә    әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы Мирас  Иҙелбаевтың «Иҙел йорт» китабының  икенсе өлөшө донъя күрҙе. Тынғыһыҙ авторҙың «Иҙел йорт» романының беренсе китабы 2013 йылда сыҡты. Ул ваҡытта роман  әҙәби тәнҡитселәр, китап уҡыусылар тарафынан «милли прозалағы тос ижади табыш» тип баһаланды.
«Иҙел йорт» романының «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен...» тип аталған икенсе китабында Башҡортостандың XVI быуат урталарындағы хәл-ваҡиғалар  сағылдырыла. Үҙәктә -  ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге заманының киҫкен һәм ҡатмарлы шарттарына  тура килгән атаҡлы  Ҡобағош сәсән образы.
Китапты беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
19.10.2020

Возврат к списку