Иғтибар - көтөп алынған баҫма

Балалар баҡсалары тәрбиәселәре, логопедтар һәм ата-әсәйҙәр өсөн шатлыҡлы яңылыҡ: Э. Ғ. Ҡасимова һәм Д. Р. Баклееваларҙың
"Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү альбомы" донъя күрҙе.
Уҡыу баҫмаһында бәләкәстәр өсөн телде өйрәнеү, әйтелештәге хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам булып,  башҡорт алфавитындағы һәр өнгә сағыу, матур, йәнле һүрәттәр бирелгән. Уларға мауыҡҡан баланың өндәрҙе бар тулылығында әйтергә теләге уяныуында шик юҡ.
Был баҫма башҡорт телендә һөйләшкән, телмәр тайпылыштары булған балаларҙың телмәр үҫешен тикшереү өсөн уҡыу йорттары һәм медицина учреждениелары логопедтарына һәм педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.
05.10.2021

Возврат к списку