Иғтибарығыҙға –әҙәби биҙәктәр

Ҡай саҡ  тормош ығы-зығыһынан арынып, буш ваҡытта  ҡулға китап алып, быға тиклем баҫылмаған-уҡылмаған әҫәрҙәр  уҡыу теләге күптәргә таныштыр.

  Ошо йәһәттән “Китап”  нәшриәтендә  донъя күргән төрлө авторҙар ижады менән даими таныштырып торабыҙ. Бөгөн иғтибарығыҙға  “Биҙәктәр” исемле баҫманы тәҡдим итәбеҙ. Ул үҙенең  тормошсанлығы, ябайлығы һәм һәм уҡымлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә.

  Йыйынтыҡҡа төрлө һөнәр эйәләренең тыуған еренә  һөйөү менән һуғарылған изгелек, матурлыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт  темаларын үҙенсәлекле яҡтыртҡан шиғыр һәм хикәйәләре  тупланды. Хәлиҙә Алтынбаева, Дауыт Амангилдин, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Асия Басирова, Гөлкәй Исмәғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәүлит Кәримов, Фәүҡәт Ҡотлошин, Зәки Сөләймәновтарҙың әҫәрҙәренән торған “Биҙәктәр” китабы  барыһының да күңеленә хуш килер.

  Китап  буйынса нәшриәт магазиндарына, kitap-ufa.ru   сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
18.11.2021

Возврат к списку