Ике авторҙан – ябай булмаған ижад

   Ошо көндәрҙә “Китап” нәшриәтендә тағы бер шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Яҙыусы, журналист Рәсих Ханнановтың “Бүтән донъя” (“Бүтән дөнья”) исемле китабы ул.

   Был китапты ике ижад кешеһе тыуҙырған. Бында шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнановтың төрлө йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары урын алған, ә уларға иллюстрация итеп шағирҙың йәш фамилиялашы Тамерлан Ханнановтың картиналары бирелгән. Бала саҡтан ДЦП диагнозы менән сирләгән Тамерлан күп кенә конкурс, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Һүрәт төшөрөүгә уны атаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов йәлеп иткән.

  Был китапта шағирҙың ололар һәм балалар өсөн мәғәнәле, уҡымлы, матур шиғырҙары тупланған. Уны ҡулға алыу менән, уҡыған һайын уҡығы килеп кенә тора. Баҫманың тышлығын һәм эсен йәш рәссам Тамерландың сағыу, шул уҡ ваҡытта ябай булмаған һүрәттәре биҙәгән. Уларҙың һәр береһе шағирҙың шиғырҙарындағы кеүек тәрән мәғәнәгә эйә.

   Китап ошо көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сыҡты, заказ менән дә алдырырға мөмкин. Алығыҙ, уҡығыҙ, һис кенә лә үкенмәҫһегеҙ!
21.09.2021

Возврат к списку