Илһам ҡанаттарында

Бөгөн беҙҙең "Китап" магазинына килгән ҡунағыбыҙ үҙе менән бергә Ер йөҙөндә булған бөтә нәфис һәм арбағыс сәскәләрҙе "эйәртеп алып" килде. Сибәр шағирәнән таралған нур, һөйләп кенә аңлатып бөтмәҫлек серлелек, шул уҡ ваҡытта ихтыяр көсө - диңгеҙ ярында аңғармаҫтан килеп ҡойондорған тулҡындар аҫтында ҡалыу менән бер ине. Ул үҙенең илаһилығы, бар булмышы менән ижади шәхес булыуы менән ауыҙына ҡаратты ла ҡуйҙы. Әммә һушты йыя һалып, шағирәнең үҙ ижадына мөкиббән киткән уҡыусыһына еткерергә теләгән уйҙарын "йотоп" өлгөрөргә кәрәк ине.

Тамара Искәндәриә ижадында барлыҡ төҫтәрҙе лә тойорға мөмкин, тик уларҙың араһында тоноҡлоҡҡа урын юҡ. Моң шишмәһе лә тик үҙенең генә юлын табып, бар нәмәне йәшәртә, терелтә һәм сафландыра бара...

Ә һеҙ, дуҫтар, Тамара Искәндәриәнең "Һайланма әҫәрҙәр"ен уҡып ҡарағанығыҙ бармы? Был баҫма поэзияның ябай ғына тупланмаһы түгел! Ижад емештәренең тулы бер картинаһы ул һәм бында бар Йыһан һыйған.
13.07.2022

Возврат к списку