Ишмөхәмәт сәсән тураһында роман-эссе

Мәүлит Ямалетдин:

"Башҡорт халҡының рухи донъяһында айырым урын биләп торған Ишмөхәмәт сәсән тураһында ҙурыраҡ күләмле әҫәр яҙырға күптән хыялланһам да, был ниәтте тормошҡа ашырыу юлдары ярайһы уҡ ҡатмарлы булып сыҡты. Мәғлүм ки: ҡыҫҡа ғына бер мәҡәлә яҙыу өсөн дә һүрәтләнәсәк ваҡиға йәки күренеш хаҡында энәһенән ебенә ҡәҙәр барыһын да белеү шарт. Шул йәһәттән ҡарағанда, мин тасуирларға батырсылыҡ иткән герой хаҡында мәғлүмәттәр өҙөк-һурыҡ ҡына һаҡланған. Улары ла яҙма сығанаҡ түгел, ә телдән телгә, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм хәҙер инде риүәйәткә әүерелгән айырым хәтирәләр. Ишмөхәмәт сәсән тураһында әҙәби әҫәр тыуҙырырға тырышыуҙың төп ауырлығы шуға ҡайтып ҡала..."

Мәүлит Ямалетдиновтың "Ишмөхәмәт сәсән" роман-эссеһында башҡорт халҡының XIX быуаттағы көнкүреше, шул осорҙоң тарихи ваҡиғалары яҡтыртыла. Төп герой Ишмөхәмәттең сәсән булараҡ формалашыуы, уның яҙмышы башҡорт халҡының шул дәүер солғанышында һүрәтләнә.
Роман халыҡсан тел менән яҙылған. Әҫәрҙә атаҡлы сәсәнде биргән күбәләк-табын ырыуына ғына хас ҡыҙыл диалектына ҡараған, онотолоп барған һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр урын алған.

Китапты беҙҙең магазиндарҙан килеп алырға, рәсми сайтыбыҙға инеп (www.kitap-ufa.ru), заказ менән алдырырға йәиһә OZON.ru интернет-магазины аша заказ биреп, алып уҡырға мөмкин.
02.08.2022

Возврат к списку