Изге доғалар

Доға кешенең ғүмер буйы таяна торған изге терәге. Һәр иманлы кешегә доғаларҙы ятлап, уҡып йөрөү ғибәҙәттер. Сөнки доға - ғибәҙәттең төп нигеҙе.
Был баҫмала төрлө ваҡыттарҙа (юлға сыҡҡанда, намаҙҙан һуң, бала тыуғанда һ.б.) уҡыла торған доғалар, сүрәләрҙең бер нисәһе тупланды. Башта ғәрәпсә яҙмаһы, унан башҡортсаға яраҡлаштырылған әйтелеше һәм тәржемәһе бирелде. Бәләкәй кенә китапсыҡ үҙең менән алып йөрөүгә уңайлы. Кәрәк саҡта һәр саҡ асып уҡырға була. Ошо изге ҡулланма уға эйә булған һәр уҡыусыбыҙға таяныс һәм ярҙамсы булыр.
06.01.2022

Возврат к списку