«Изге ҡулдарҙан китап»

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте предприятиеның фирма магазины бинаһында, күптәнге йоланы дауам итеп, «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһын ойошторҙо. Был күркәм сарала шағирә, публицист, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова, шағирә, драматург Земфира Муллағәлиева һ. б. ҡатнашты. Шағирәләребеҙ шиғырҙарын уҡыны, үҙҙәренең китаптарын килгән балаларға өләште. Тамара Юлдашева әле яңы ғына донъя күргән «Бәрәкәтле көн» китабын, «Аҡбуҙат» журналдарын Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортона бүләк итте.
Ҡунаҡҡа килгән кескәйҙәребеҙҙең матур итеп шиғыр һөйләүҙәре, йырҙар йырлауы сараны сағыу байрамға әүерелдерҙе. Барыбыҙ ҙа, гүйә, саф хис-тойғоларға бай, мажаралы бала саҡ иленә сәйәхәт ҡылдыҡ. Бәләкәстәрҙе тәбрикләп Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Мәктәп календары»н бүләк итте, тәмлекәстәр менән һыйланы.
01.06.2016

Возврат к списку