Изгелек юлында

Бөгөн күренекле яҙыусы, Рамаҙан Өмөтбаев һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Лира Әхмәт ҡыҙы күптәребеҙгә Мөжәүир хәҙрәт, Зәйнулла ишан  тураһындағы һәм башҡа  әҫәрҙәре аша яҡшы  таныш.  Шулай уҡ һауа юлдарын яулаусы күренекле шәхестәребеҙ хаҡындағы ижады ла бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп яҙылған.

Мауыҡтырғас әҫәрҙәре аша уҡыусылар күңелен яулаған әҙибәне юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Иғтибарығыҙға нәшриәттә донъя күргән "Халҡыбыҙ изгеләре",  "Зәйнулла ишан",  "Ҡанатлы баһадир" исемле баҫмаларын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы нәшриәт магазиндарынан, сайт аша һатып алырға мөмкин.
.
15.02.2022

Возврат к списку