Ижадтарында - тормош асылы
Был юлы китап уҡыусыларыбыҙҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларының баҫмалары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡорт тормошон, көнкүрешен, тарихын һәм йолаларын, яҙмыштарҙы уҡыусыларға аңлайышлы итеп әҫәрҙәрендә сағылдырған ижад өлгөләре әҙәбиәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ.
Таңсулпан Ғарипова. Әҫәрҙәр. I, II, III томдар.
Күренекле прозаик, драматург һәм публицист,Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың был китабына мәшһүр «Бөйрәкәй» пенталогияһының беренсе өлөшө, ижадының башланғыс осоронда яҙған хикәйәләре, егерменсе быуаттың һикһәненсе йылдарында, ямғыр алдынан күтәрелгән дауыл кеүек, үҙгәртеп ҡороуҙар яҡынлашыуын, авторитар режимдың үҙен үҙе һәләкәткә этәреүен бөтә нескәлектәрендә тасуирлаған «Аҡ тирәк» драмаһы, шулай уҡ замандаштары хаҡындағы очерктары, ижади портреттары һәм халыҡ, кеше яҙмышы тураһында тәрән борсолоу менән яҙылған, үткер проблемалар күтәргән мәҡәләләре тупланған.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Ноғман Мусин. Һайланма әҫәрҙәр. X,XI,XII томдар.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Ноғман Мусин, күп һанлы романдар, повестар ижад итеүҙән тыш, бөтә ғүмере буйына хикәйәләр ҙә яҙҙы. . X томда уның төрлө йылдарҙа яҙылған проза әҫәрҙәре тупланһа, XI томда ҡәләмдәштәре тураһында ижади портреттары, очерк һәм публицистика, шулай уҡ әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйылған. XII томда иһә яҙыусының иҫтәлектәре, повесы һәм очерктары индерелде.
Суфиян Поварисов. Һайланма әҫәрҙәр, III том.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың «Яҙмыш ҡорбандары», «Ут эсендәге мөхәббәт» роман-хәтирәләре индерелде.
Автор Башҡортостандың Иглин районында формалашҡан 469 –сы миномет полкының Курск дуғаһындағы героик көрәшен сағылдыра.
«Фашизмды ҡорал менән түгел, Ватанға булған ҡайнар мөхәббәт, рухи ныҡлыҡ менән еңдек,» - ти фронтовик-яугир.
Азат Абдуллин. Һайланма әҫәрҙәр.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Һайланма әҫәрҙәр» китабында беҙҙең илдең һәм сит илдәрҙең күп театрҙарында ҡуйылған һәм оло баһаға лайыҡ булған пьесалары, шулай уҡ повестары, публицистик мәҡәләләре, хаттары тупланды.
Нәжиб Асанбаев.Әҫәрҙәр. Биш томда. V том.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, драматург, публицист Нәжиб Асанбаев әҫәрҙәренең бишенсе томында хикәйәләр, очерктар, эсселар, яҙыусыларҙың, артистарҙың, режиссерҙарҙың ижади портреттары тупланған. Китапта шулай уҡ «Башҡортостан» гәзитендә донъя күргән һәм киң ҡатлам уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған «Мөхәббәтемә хаттар» тигән мемуары ла урын алды.
Талха Ғиниәтуллин. Һайланма әҫәрҙәр (Анатолий Гениатулин. Собрание сочинений, I,II том).
Рус телендәге был китабында авторҙың бөтә әҫәрҙәре лә ихлас күңелдән яҙылған, унда автобиографик һыҙаттар ҙа, заман проблемалары ла асыҡ сағыла. Беренсе томындағы эссе һәм хикәйәләре лиризм, дөрөҫлөк һәм авторҙың теүәллеге менән һуғарылған.
Икенсе томында иһә яҙыусының һуғыш хаҡындағы яҙмалары һүрәтләнгән.
Был китаптарҙы беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин.

28.07.2020