Ижадтарында – тормош фәлсәфәһе

  Бөгөн башҡортобоҙҙоң ике билдәле шәхесе – шағирә һәм яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова менән Тамара Юлдашевалар үҙҙәренең ғүмер байрамдарын билдәләйҙәр. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының “Ағып килә мәңгелек” һәм Тамара Ишбулды ҡыҙының “Тимер быуат”(“Железный век”) исемле китаптарын тәҡдим итә. Йыйынтыҡтарға авторҙарҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, тәржемәләре һәм башҡа яҙмалар индерелгән.

  Китаптар беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа бар, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
10.06.2021

Возврат к списку