Ижадынан моң урғыла

  Ошо көндәрҙә  танылған шағирә, уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рита Фәтҡуллина тыуған көнөн билдәләй.

  Рита Харис ҡыҙының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап"нәшриәтендә "Балалар әҙәбиәте антологияһы"нда донъя күргән бер нисә шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ. "Йомаҡ ҡоям", "Бала саҡ иленә сәйәхәт", "Беренсе мөхәббәт" һәм башҡа шиғырҙары кескәйҙәрҙең генә түгел, ошо шиғыр юлдарын уҡыған һәр кемдең күңеленә инеп, үткәненә - баласағына, йәшлегенә алып ҡайтыр, күңелдә яҡты хәтирәләр, йылы хистәр уятыр, күңелдәрҙе күтәрер...

Талантлы шағирәнең шиғырҙары һәм башҡа әҫәрҙәр менән танышырға теләүселәргә был китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
02.03.2021

Возврат к списку