Күңелдәрҙе илһамландырыусы ижад

  Оҙаҡламай Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир Радик Хәкимйәндең “Тауҙарға үрләгәндә” (“Тауларга үрләгәндә”) исемле өр-яңы китабы донъя күрәсәк.

  Авторҙың был йыйынтығында һуңғы йылдарҙа  яҙылған өр-яңы шиғырҙары, йырҙары һәм төрлө йылдарҙа нәшер ителгән,  шиғриәт һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән әҫәрҙәре тупланды. Уның ижды  тормошсан, төплө фекерле,  ихлас хистәргә бай, илһамлы шиғриәт ул. Рухлы, тәрән фәлсәфәгә, нескә лиризмға эйә  булған әҫәрҙәрендә автор   Тыуған илгә, Ватанға, Башҡортостанға, тыуған яғына,  уның кешеләренә, тәбиғәтенә , хеҙмәткә һәм дуҫлыҡҡа дан йырлай. Шағирҙың тормош асылын, ғүмер ағыштарын, кеше яҙмыштарын оҫта һүрәтләгән шиғырҙары, ҡайнар хисле мөхәббәт йырҙары  уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанабыҙ.

  Китап оҙаҡламай нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарыласаҡ.
17.08.2021

Возврат к списку