Күңелгә сихәт бирер китап

Гөлнара Хәлфетдинованың һәм Рита Фәтҡуллинаның ижадтары бер китапта нәшер ителде.

Гөлнара Хәлфетдинованың "Бәхет һурпаһы" исемле йыйынтығында йәшәү ҡәҙере, ватансыллыҡ, милли асыл хаҡындағы фәлсәфәүи шиғырҙары урын алды.

Рита Фәтҡуллинаның кеше күңеленең һынылыштары һәм балҡыштары сағылған ижад емештәре тупланған йыйынтығы "Ваҡыт сыңы" тип атала. Лирик герой эске донъяһындағы һәм тормоштағы ҡаршылыҡтар көрәше аша мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй.

Матур ижад шишмәһенең сылтырауын һеҙ ҙә ишетегеҙ, дуҫтар!
01.08.2022

Возврат к списку