Күңелгә ятышлы китап


Риф Тойғондоң "Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь" исемле баҫмаһын ҡулыңа алғас үҙеңде хозур тәбиғәт ҡосағында тояһың. Ижады менән танышыу күңелгә сихәт бирә, матурлыҡҡа әйҙәй, изгелеккә ышанысты арттыра. Тәбиғи ҙә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи уйланыуҙарға илткән әҫәрҙәре хатта борсолоулы темала ла өмөттө һәм сикһеҙ хыялдарҙы бөрөләндереп ҡуя...

Күренекле шағир, прозаик, драматург Риф Тойғондоң был китабында тормош ҡанундарына бәйле фәлсәфәүи, тыуған яҡҡа, Тыуған илгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, дуҫтарына бағышланған лирик шиғырҙары, поэмалары тупланды, шулай уҡ, айырым бүлек итеп шағирҙың ижады, тормошо хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре һәм уға арналған шиғырҙар индерелде.
Китап башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылды һәм уны нәшерләүгә билдәле яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҙерләне.

Китап һеҙҙе көтә, дуҫтар!

22.11.2021

Возврат к списку