"Көҙгө күстәнәс"тән ауыҙ итегеҙ!

  Уҡыусыларыбыҙ өсөн шәп яңылыҡтар -"Китап" нәшриәтендә береһенән-береһе йөкмәткеле китаптар баҫылып сығып тора. Сираттағы хикәйәләр йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ: яҙыусы, журналист Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның "Көҙгө күстәнәс" исемле хикәйәләр йыйынтығы ул.

  Авторҙың башҡорт һәм рус телдәрендә ижад ителгән повесть һәм хикәйәләрендә тормош ысынбарлығы сағыла, замандың киҫкен проблемалары ҡыйыу һүрәтләнә. Ололарҙың, кеселәрҙең күңеленә, хатта хайуандар психологияһына үтеп инеп, уларҙың кисерештәрен һәм йәшәйештәрен шундай оҫта итеп асып һала әҙибә. Ҡыҫҡа күләмле хикәйәләр үҙҙәренең ҡыҙыҡлы булыуы менән уҡыусыларҙы тәүге юлдарынан уҡ үҙенә ылыҡтыра. Һәр әҫәр үҙенсәлекле, ябай, сюжеттарҙың күп төрлөлөгө менән бер-береһенән айырылып тора.

  Баҫма бөгөндән китап магазиндарында һатыуҙа, алып ҡалырға өлгөрөгөҙ.
01.12.2021

Возврат к списку