Күргәҙмә йәнле бара

  Бөгөн байрам айҡанлы баш ҡалабыҙҙың бөтә урындары төрлө тамашанан гөрләй.

  В.И.Ленин  исемендәге майҙанда Зәйнәб  Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте лә китап күргәҙмәһе менән ҡатнаша. Көн болоҡһоп торһа ла, бында халыҡ ярайһы ғына. Китап күргәҙмәһендә  нәшриәттә донъя күргән башҡорт баҫмалары, балалар һәм башҡа әҙәбиәт һатыуға сығарылды.Шулай уҡ бында күптән түгел донъя күргән яңы баҫмалар менән танышырға мөмкин.
  Тоғро дуҫтарыбыҙҙы һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙе китап күргәҙмәһенә көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ!
12.06.2021

Возврат к списку