Кәрим Булаттың “Ҡоштар мине ярата” китабы

Кескәй уҡыусыларға тәғәйенләнгән был баҫмала шиғырҙар, йомаҡтар урын алған. Кәрим Булаттың балалар өсөн яҙылған шиғри әҫәрҙәре сюжеттарҙың тәбиғилеге, рифма еңеллеге, образдар баҙыҡлығы менән үҙенә тартып тора. Уҡыусы китапта шағирҙың мауыҡтырғыс кескәйҙәр донъяһын сағылдырған үҙенсәлекле телен, бала күңеленең йылылығын, аҡылының тапҡырлығын, тәбиғәт миҙгелдәренең һулышын тойомлай ала.
26.08.2021

Возврат к списку