Көтөлмәгәндә көтөп алынған ҡунаҡ


Уҡыусыһының йөрәгенә тәрән аҡыл менән һуғарылған шиғриәте аша үтеп ингән күренекле яҙыусы Хәсән Назар беҙҙең китап магазинына килеп ингәс, тирә-яҡта һиллек урынлашты. Хәсән ағай янында үҙеңде бейек ҡая эргәһендә түбәндә генә кесерәйеп торған бер кескәй ҡоралайҙай тояһың. Һәр фекере тос аҡыл сығанағы булған яҙыусының үҙен күреү генә лә ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Хәсән Мөдәрис улы ашыҡмай ғына китаптарҙы ентекләп байҡап, һәр яңы баҫма янында туҡталып, айырыуса ҡыҙыҡһындырғандарын асып ҡараны. Шунан үҙ ижад емеше ҡаршыһында баҫып, бер аҙ уйланып торҙо. Ә үҙенән олпатлыҡ, аҡыл, рух, ышаныслылыҡ бөркөлөп тора.

Хәсән Назарҙың "Һайланма әҫәрҙәр" исемле йыйынтығына төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, "Асманға ашыу", "Шәмсыраҡ", "Яҙмышты яҙам" поэмалары индерелде.

Әңгәмәнән һуң, ул китаптар алды һәм нәшриәттә яңы китабының исем туйында осрашырға, тигән теләктәр менән бик йылы һаубуллашты.
Хәсән ағайҙың уй-ниәттәре тормошҡа ашһын! Шатлығын бергәләшеп уртаҡлашырға яҙһын!
19.04.2022

Возврат к списку