Көтөп алынған йыйынтыҡ

Һеҙ ул авторҙың бер генә булһа ла шиғырын йә поэмаһын ишеткәнегеҙ бар. Шиғриәткә битараф булған китап уҡыусыны ла тулҡынландырмай ҡалмай ошо шағирҙың үлемһеҙ ижады. Һәр бер һүҙе, һәр фекере юғары баһаға лайыҡ тәрән фәлсәфәнең шишмәһе, һәр әҫәре тос аҡыл һандығы. Йылдар дауамында балҡышы тағы ла баҙыҡлана барған, яҙмалары һәр заманда ла көнүҙәк булып, һәммәбеҙҙең йөрәгенә үтеп ингән тиңһеҙ Шағир!
Рәми Ғарипов!
Уның бөйөклөгөн күрһәтеү өсөн исемен әйтеү ҙә етә.

Нәшриәттә уҡыусыларыбыҙ тарафынан күптән көтөп алынған  "Сыңрау торна" исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы баҫылып сыҡты.

"...Талантлы шағир, һүҙ оҫтаһы, йәштәр өсөн ижад мәктәбе тыуҙырған уҡытыусы, остаз ғына түгел, Рәми Ғарипов башҡорт халҡының рухи таянысы, хатта рухи даһи дәрәжәһендәге ҡаһарман шәхес ул, - тип яҙа шағир хаҡында яҙыусы Рауил Бикбаев баҫманың баш һүҙендә. -  ...Тормошта ул практик түгел, романтик ине. ...Байтаҡтар байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәне... Рухи байлыҡты барыһынан өҫтөн күреүсегә йәшәүе, әлбиттә, еңел булманы.
Тормош ҡайһы саҡта шундай шәхестәр тыуҙыра, уларҙың рухи сифаттары, изге маҡсаттары, йәшәү рәүештәре үҙҙәрен аяуһыҙ ысынбарлыҡтың көнкүреш ығы-зығыларынан нисектер юғарыраҡ итә һымаҡ".

Февраль. Буран...

...Ышанмағыҙ февраль буранына,
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...

Йөрәктәрҙә дауыл тыуҙырған, күңелдәргә уйылып ҡалған был шиғыр Рәми Ғариповтың шиғриәт донъяһына иң һуңғы бүләге була.
12.02.2022

Возврат к списку