Каникулға яңы китаптар

Яңы 2022 йылдың дүртенсе көнөнә лә аяҡ баҫтыҡ. Байрам көндәрен һәр кем үҙенсә үткәрә, кемдер яҡындары менән, кемдер тәбиғәттә, кемдер яратҡан шөғөлө менән тигәндәй.

Яратҡан китаптарын уҡып, рухи ял, күңел байлығы алып, матур итеп ваҡыттарын үткәреүсе дуҫтарыбыҙ ҙа бихисап.

Китап уҡыусыларыбыҙҙы  2021 йылда  нәшриәттә донъя күргән  баҫмаларыбыҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Сираттағыһы - талантлы яҙыусы, журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле китабы.

Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повесть һәм хикәйәләре индерелде. “Кешелеккә тоғролоҡ”, “Инстинкт...” кеүек әҫәрҙәре матбуғатта баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының хикәйә һәм повестары композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблылығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.
Ни өсөн китапҡа ингән әҫәр "Шаҡмаҡ ҡояш" тип атала? Ҡышҡы һалҡын көндә үҫмер ҡыҙҙы икенсе тарафтарҙан атаһын эҙләп табырға, уның ғаиләһе менән танышырға нимә мәжбүр итә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы китапты уҡығас табырһығыҙ.
Был йыйынтыҡты нәшриәттең фирма магазиндарынан, kitap-ufa.ru сайты аша һатып алырға мөмкин.
04.01.2022

Возврат к списку