Каникулда уҡырға

Каникулдар үтер ҙә китер. Ял итергә лә, һыу инергә лә, дуҫтарға ҡунаҡҡа барырға ла, емеш-еләк йыйырға ла өлгөргәнһегеҙҙер, йәш дуҫтарыбыҙ. Ә китап? Китап уҡырға ваҡыт таптығыҙмы?

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерә. "Мәктәп китапханаһы" серияһында исеме киң билдәле, әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән, бер нисә быуын балалары яратып уҡып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" исемле повесы баҫылып сыҡты. Ул башҡорт һәм рус телендә бер китап булып нәшер ителгде.

"Беҙҙең өйҙөң йәме" - ябай ауыл малайы Йәмилдең Оксананы ҡан туғанылай яҡын күреп, ҡабул итеүе, уларҙың тормошо аша Бөйөк Ватан һуғышы осоронда илебеҙҙәге халыҡтың йәшәйешен, килеп тыуған афәт алдында кешеләрҙең берҙәмлеген, кешелеклеген, дуҫлығын һ.б. күрһәтә.

"Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы һеҙгә оҡшаясаҡ, балалар!
25.07.2022

Возврат к списку