Каруанһарай асылыу көнөнә “Каруанһарай” китабы

  Бынан теүәл 175 йыл элек Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай тарихи-архитектура комплексы асыла (1846). Уны XIX быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы булараҡ иҫкә ала.

  Каруанһарай проектын данлыҡлы архитектор Александр Брюллов эшләй. Төҙөлөш эштәре 1837-1844 йылдарҙа бара, Каруанһарай 1846 йылдың 30 авгусында рәсми асыла. Мәшһүр бина гүзәллеге, үҙенсәлекле архитектураһы, үҙендә Шәреҡ һәм Европа зауығын берләштереүе менән таң ҡалдыра.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте уҡыусыларға тел белгесе, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың “Каруанһарай” исемле баҫмаһын тәҡдим итә.

  Зиннур Ғәзиз улының был китабына романдар һәм повестар индерелде. Романдарында XIX быуаттың 30-сы йылдары – кантондар заманы, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙы төҙөү тарихы тасуирланһа, повестарында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо һүрәтләнә.

  Китапты нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
30.08.2021

Возврат к списку