Кескәй дуҫтарыбыҙға - яңы китаптар

  Уҡыусыларыбыҙ һәм кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн тағы бер шәп яңылыҡ – ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Әнисә Фәррәхованың «Ғәфү ит, улым!» һәм Рафаил Сәлиховтың «Сәләмләйем ҡояшты » тип исемләнгән баҫмалары донъя күрҙе,улар оҙаҡламай һатыуға сығарыласаҡ.

  Әнисә Фәррәхова. Ғәфү ит, улым!
  Әнисә Фәррәхованың «Ғәфү ит, улым!» исемле китабында башҡорт һәм рус телдәрендә пьесалар, сценарийҙары ингән.

  Йыйынтыҡта патриотик тәрбиә темаһына ҙур иғтибар бирелә, шулай уҡ заманға хас проблемалар күтәрелеп, балаларҙы афәттәрҙән ҡурсалау, уларҙы дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү – төп маҡсат булып тора.

  Рафаил Сәлихов. Сәләмләйем ҡояшты.

  Һәүәҫкәр композитор Рафаил Сәлиховтың был китабында үҙенең һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙары тәҡдим ителә.



17.08.2020

Возврат к списку