Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн – «Бәпембә балалары»

  Әле яҙҙың иң матур һәм сағыу – бөтә донъяның  йәшеллеккә, сәскәләргә күмелгән мәле. Һап-һары бәпембәле болон-туғайҙарға, йәшел ер өҫтөнә иғтибар итмәгән, һоҡланмаған кеше юҡтыр. Тап ошо мәлдә – һарыҡайҙар бөтә ер йөҙөн йәмләгән ваҡытта  – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә  яңы ғына уҡырға өйрәнгән кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн «Бәпембә балалары» исемле китап донъя күрҙе.

  Һары алтындай бәпембә сәскәһе  һәм уның шуҡ, шаян бәләкәстәре  тураһындағы башҡорт халыҡ  әкиәте кескәйҙәрҙең  күңеленә хуш килер.

  Китап оҙаҡламай һатыуға сығасаҡ, өлгөрмәй ҡалмағыҙ!
12.05.2021

Возврат к списку