Кескәйҙәр өсөн яңы иллюстрациялы карточкалар

  Һуңғы йылдарҙа һәр милләт үҙ телен өйрәнеүгә һәм өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар бирә башланы. Был йәһәттән республикабыҙҙа ла ҙур эштәр башҡарылды, саралар булдырылды.   Психологтар билдәләүенсә,  үҙ телеңдән башлағанда ғына  башҡаларын үҙләштереү  күпкә еңелерәк бирелә. Был иһә кешенең  донъяға ҡарашын  киңәйтә, үҙен, тормошта урынын  табырға ярҙам итә.
  
  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте кескәйҙәр өсөн донъя күргән  башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан түбәндәге  иллюстрациялы карточкаларҙы тәҡдим итә:

  “Баҡсала һәм урманда =В саду и в лесу”

  56 исемдән торған  иллюстрациялы карточкалар  кескәйҙәргә урманда үҫкән   ағас-ҡыуаҡтар, ҡыр йәнлектәре, ашарға яраҡлы бәшмәктәр  һәм баҡсалағы емеш-еләктәр, йәшелсәләр тураһында ике телдә мәғлүмәт бирә.
  
  “Минең ғаиләм = моя семья”

  Был карточкалар кескәйҙәргә ғаилә, көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр, йорт хайуандары, ҡоштар тураһында ике телдә мәғлүмәт бирә. Бында 96 исемлек ингән.

  Ғәҙәттә, беҙ мәғлүмәтте күпселек һүрәт- иллюстрациялар аша еңелерәк иҫтә ҡалдырабыҙ. Карточкалар сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, һәр береһенең  атамаһы ике телдә яҙылған. Улар менән балалар баҡсаһында, башланғыс кластарҙа һәм шулай уҡ өйҙә үҙ аллы шөғөлләнергә һәм өйрәнергә   була. Байрам һәм башҡа иҫтәлекле даталарға кескәй дуҫтарыбыҙға бүләк итергә лә мөмкин.

  Иллюстрациялы карточкалар нәшриәттең фирма магазиндарында һатыуҙа, рәхим итегеҙ!
18.12.2020

Возврат к списку