Кескәйҙәргә китап

Кескәйҙәргә китап

   Зөһрә Фәйзуллинаның «Үҫеп етербеҙ әле!» китабында авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды.
   Әҙибә шиғырҙары аша бәләкәй уҡыусыларҙы яңы уйындарға өйрәтә, өй эштәрен башҡарыу, йорт хайуандарын ҡарау тәртибе менән таныштыра. Хикәйәләрендә мажараларға бай балалар тормошон һүрәтләй, балаға ҡатын-ҡыҙ, олатай-өләсәй тәрбиәһенең мөһимлеген күрһәтә, шул уҡ ваҡытта балалар ҙа ҡайһы саҡ ололарға һабаҡ бирә ала, тип иҫкәртә. Фәһемле хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлаған пьесалары бәләкәй уҡыусы күңеленә изгелек, милли рух орлоҡтары һала, быуындар бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итә.
    Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнә.
    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
20.09.2016

Возврат к списку