Хәрефтәр донъяһына рәхим итегеҙ!

  Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Беренсе сентябрь көнөн  мәктәпкә барасаҡ  һәр бала түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә төрлө йәштәге балалар өсөн  баҫмалар даими сығарыла.

  Ошо көндәрҙә сағыу һүрәттәр менән  стенаға элмәле башҡорт алфавиты донъя күрҙе. Алфавит телдең үҙенсәлекле өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәтеү маҡсатында эшләнде.  

  Алфавит  бәләкәй  балаларға, мәктәп уҡыусыларына,  башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеүселәргә ҙур бүләк. Тиҙерәк алып ҡалығыҙ!
21.08.2020

Возврат к списку