Хәрефтәр донъяһында

  Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Әсхәл Әхмәт-Хужа авторлығында “42 хәреф ” тип аталған китап  донъя күрҙе.

  Был баҫмала  кескәйҙәргә башҡорт алфавитының 42 хәрефенә яҙылған  шиғырҙар тәҡдим ителә.

  Елпеүес формаһында, һәр бите сағыу  төҫтәр менән биҙәлгән  был хәрефлек балалар баҡсаһы һәм башланғыс класс  уҡыусылары, педагогтар өсөн  дә бик ҡулай. Һәр хәрефкә яҙылған шиғырҙар еңел уҡыла һәм иҫтә ҡала.

  Баҫма бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа.

21.10.2020

Возврат к списку