Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, ватандаштар, дуҫтар!
Быйыл илебеҙ Еңеүҙең 76 -сы яҙын ҡаршылай. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте исеменән
барығыҙҙы ла ошо оло байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!
9 май илебеҙ тарихында – һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул 1945 йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы байрамы. Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы барыбыҙға ла ҙур һабаҡ булды. Иң мөһиме - уртаҡ маҡсаты булған ил бер ҡасан да еңелмәйәсәк!
Һеҙгә тыныс күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Еңеү көнө менән!!!

09.05.2021