Хөрмәтле Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең дуҫтары, әҙәбиәт һөйөүселәр!!!

  Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

  Киләсәктә күгебеҙ аяҙ, күңелдәребеҙ тыныс, тормошобоҙ матур һәм бәхетле, яҡындарыбыҙ һәм үҙебеҙ һау-сәләмәт; осраған юлдаштарыбыҙ миһырбанлы, изгелекле һәм хуш күңелле, ҡылған ғәмәлдәребеҙ яҡшы, уйҙарыбыҙ яҡты, көнитмешебеҙ иманлы, шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булһын!

  Ошо яҡты донъяларҙа сауаплы эштәргә, ҡояштың йылы нурҙарына, шишмә сылтырауына, ҡоштар һайрауына, тәбиғәттең матур тауыштарына, кешелектең бер-береһенә ихлас, ыңғай мөнәсәбәтенә, ҡылған ғәмәлдәренә һоҡланып йәшәргә насип итһен!!!
13.05.2021

Возврат к списку