Халҡы өсөн

Нәжиб АСАНБАЕВ:

"...Сабыр, һүҙгә һирәк ҡатнаша, күберәк тыңларға ярата ине. Шулай ҙа, бик оҙаҡ көттөрөп булһа ла, фекерен әйтмәй ҡалмай, әйтһә, берәгәйле әйтә һәм шунда уҡ беҙҙең бөтәбеҙҙе лә уйға һала ине. Уға үпкәләп тә булмай, сөнки фекерҙәре үтә лә дөрөҫ һәм бик тә фәһемле. Ул бик яғымлы, аҡыллы егет, иптәштәренә ярҙам итергә генә тора..."

Ноғман МУСИН:

"Берҙән-бер көн "Китап" нәшриәтенең ул саҡтағы әҙәбиәт бүлеге мөдире Раил Байбулатов миңә:
- Ғәли ағай эргәһенә барып сығабыҙмы? - тине. - Бына "Кинйә"нең икенсе китабының автор даналары килде, шуларҙы алып барабыҙ.
Мин, әлбиттә, бер һүҙһеҙ риза булдым. Беләм бит инде: яңы китабыңды башлап ҡулға алыу - оло шатлыҡ!..
Ишекте Зөһрә апай асты.
Ғәли ағай төпкө бүлмәлә ята. Эргәһендәге ултырғыста - ҡулъяҙма өйөмө. Ул типография буяуҙарының еҫе аңҡып торған китабын ҡулына алғас, уның тышына төбәлеп ятты, шунан эсен асып ҡараштырҙы ла, һәр саҡтағыса баҫалҡы итеп:
- Рәхмәт, - тине. - Быныһы булды инде. Бынау өсөнсөһөн бөтөрә алһам... - Ул эргәһендәге ҡулъяҙма өйөмө яғына эйәк ҡаға..."

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ:

"Ә беҙ ун йыл күрше йәшәнек. Шуға ла йыш осраша инек. Ғәли ағайға инһәң, тиҙ генә сығып китеп булмай, үҙе өйрәнгән темаға, башҡорт тарихына инеп китә, төрлө китаптар алып, ҡайһы бер урындарын уҡып күрһәтә, һаман ниҙер иҫбатлай, раҫлай. Ул үҙе тарих менән хыялланған әҙип ине. Мин үҙ эшенә, уй-фекерҙәренә шул тиклем бирелгән, шул тиклем дә тоғро кешене бик һирәк беләм..."

Зәки ӘЛИБАЕВ:

"Ғәли Ибраһимов тормош-көнкүрештең милли үҙенсәлектәрен һүрәтләүгә шулай уҡ иғтибарлы. Юғиһә уның ҙур күләмле һәр әҫәрендә, органик рәүештә урын алған этнографик материалдар, боронғо фольклор әҫәрҙәренән, йәнле һөйләшеүҙән алынған лексик һәм стилистик берәмектәр, мәҡәлдәр һәм башҡа төрлө афоризмдар, милли үҫеш ихтыяждары тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар күп булмаҫ ине. Был йәһәттән "Кинйә" романын башҡорт халҡының энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин..."

Билдәле яҙыусы Ғәли Ибраһимов тураһында ҡәләмдәштәре, туғандарының иҫтәлектәре тупланған “Тарих яҙҙы - халҡын ҙурланы” йыйынтығын әҙиптең ҡыҙҙары Һөйөклө Ибраһимова менән Гүзәл Ибраһимова-Корнилаева төҙөгән. Шулай уҡ китапта Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” әҫәренең төп геройы хаҡындағы уйланыуҙары бирелгән көндәлектәренән өҙөк тә фәһемле булыр.

Китапты беҙҙең магазиндарҙан йәки сайт аша www.kitap-ufa.ru заказ биреп алдырырға мөмкин.
08.01.2022

Возврат к списку