Халҡы өсөн мәңгелек

  Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттың  иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 189 йыл тула.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Аҡмулла тураһында ижад ителгән түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә.

  Фәнис Янышев. “Аҡмулла васыяты” (Заветы Акмуллы).

  Был китапҡа яҙыусы-публицист Фәнис Янышевтың күренекле башҡорт  шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошондағы фажиғәле ваҡиғалар тураһында яҙылған хикәйәләр тупланған.

  Ғабдулла Әхмәтшин. “Аҡмулланы төшөмдә күрҙем”.

  Был йыйынтыҡта талантлы ҡылҡәләм эйәһе  Ғабдулла Әхмәтшиндың бөйөк мәғрифәтсе, сәсән-шағирҙың  тормошо һәм ижад юлына бағышланған  әҫәрҙәре йыйылды.

  Рәшит Шәкүр. “Һайланма әҫәрҙәр”, II том.

  Арҙаҡлы шағир, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең “Һайланма әҫәрҙәр”енең 2-се томына әҙәбиәт белеменә ҡараған мәҡәләләре, күренекле әҙәбиәт, сәнғәт  һәм фән эшмәкәрҙәре шулай уҡ Аҡмулла  тураһындағы  ижади портреттары, үҙ ваҡытында  гәзит-журналдарҙа  баҫылып сыҡҡан интервьюлары индерелде. Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.

  Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
10.12.2020

Возврат к списку