Халҡыбыҙ изгеләре

  Бөгөн беҙ һеҙҙе танылған яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Халҡыбыҙ изгеләре” исемле китабы  менән таныштырмаҡсыбыҙ.  Яҙылғандар  шундай мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп бирелгән, битараф ҡына үткәреп ебәреү мөмкин түгел. Ҡулға алып, күҙ йүгертеү менән ундағы ваҡиғалар менән бергә йәшәй, ҡайнай башлағандай тояһың үҙеңде.

  Китап халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре ─ ишандар, әүлиәләр хаҡында. Әүлиәләр ─ Аллаһтың дуҫтары, халҡыбыҙҙы хаҡ юлдан әйҙәүселәр. Улар, Нәҡшбәндиә тәрриҡәте суфыйҙары, вазифаларын тулыһынса үтәп, Аллаһҡа яҡынайғандар, сер ғилеменә эйә изге заттар. Рухтары ҡалдырған изге доғалары бөгөн дә Ер шарын афәт һәм ғәрәсәттәрҙән ҡурсалай. Баҫма Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир хәҙрәт, Табын әүлиәһе, Әбйәлил ишан һәм Шәмсетдин хажи тураһында яҙылған бүлектәрҙән тора. Йыйынтыҡҡа ингән изгеләр үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡандар, табиплыҡ иткәндәр, халҡыбыҙҙың рухи етәкселәре булғандар.

  Китап нәшриәттең магазиндарында һәр саҡ һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
19.05.2021

Возврат к списку