"Халҡыбыҙ изгеләре"

Лира Яҡшыбаеваның "Халҡыбыҙ изгеләре" исемле баҫмаһы менән танышырға тәҡдим итәбеҙ.
Был китап халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре - ишандар, әүлиәләр хаҡында.
Әүлиәләр - халҡыбыҙҙы хаҡ юлдан әйҙәүселәр. Улар, Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙары, вазифаларын тулыһынса үтәп, Аллаһҡа яҡынайғандар, сер ғилеменә эйә изге заттар. Рухтары ҡалдырған изге доғалары бөгөн дә ер шарын афәт һәм ғәрәсәттәрҙән ҡурсалай. Йыйынтыҡҡа ингән изгеләр үҙ ваҡытында мәҙрәсәләр тотоп, ғилем таратҡан, табиплыҡ иткән, халҡыбыҙҙың рухи етәкселәре булған.
Китап рухи камиллыҡҡа ынтылыусылар өсөн яҡын дуҫ һәм белем сығанағы булыр.
07.02.2022

Возврат к списку