Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына яңы ҡараш

  Былтыр декабрь айында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Флүр Сибәғәтовтың рус телендә “Мәжит Ғафури. Шағирҙың ижадына яңы ҡараш”(Мажит Гафури. Новый взгляд на творчество поэта) исемле китабы донъя күргәйне.

  16 мартта Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала баҫманың исем туйы үтте. БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, XXI быуат уҡыусыһына халыҡ шағирының ижадына яңы ҡараш булдырырға һәм яңыса еткерергә кәрәклеген белдерҙе.

  “Китаптың үҙенсәлеге шунда – автор шағирҙың ижадын яңы күҙлектән анализлай, шулай уҡ архив документтарына таянып шағирҙың әҫәрҙәрендә художестволы интерпретацияны сағылдыра. Һәм бындай эш тәүгә башҡарылды” – ти Зәки Әлибаев.

  Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин билдәләүенсә, шағирҙың бөтә баҫмалары ла китапханала һаҡланған. Был йыйынтыҡта ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренән тыш ҡалған ижади осорондағы ҡайһы бер моменттарҙы асып бирә. Шулай уҡ был китапта шағирҙың башҡа томлыҡтарға инмәгән шиғырҙары урын алған.

  Флүр Сибәғәтов был китаптың ҡайһы бер урындарына аңлатмалар биреп үтте:
“Мәжит Ғафури – үҙ заманының балаһы һәм ул ваҡытында дини мәҙрәсәләрҙә уҡып белеп алған. Уның уҡытыусылары – билдәле шәхестәр, ғалимдар һәм философтар. Мәжит Ғафуриҙың ижадында дини һәм көнсығыш мотивтарының сағылыш табыуы тәбиғи хәл. Совет заманында икенсе трактовка алыуына ҡарамаҫтан, тап был әҫәрҙәрен китапты яҙғанда яңыса баһалау һәм уҡыусыларға еткереү маҡсат итеп ҡуйылды. ”

  Артабан Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейы директоры Ғәҙилә Бүләкова, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зәкиә Мырҙағолова, шағир, журналист һәм тәржемәсе Нурлан Ғәниев, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән фәнни хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкүбәков, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре һәм БДУ студенттары ҡатнашты.
17.03.2021

Возврат к списку