Халыҡ шағирының яңы китабы

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың "Һайланма әҫәрҙәр"енең өсөнсө томы донъя күрҙе.

  Авторҙың был күп томлығының беренсе томында шиғырҙар һәм поэмалар тупланған. Ябай тел менән тормошсан итеп яҙылған ижад емештәре һәр уҡыусы өсөн аңлайышлы.

  "Һайланма әҫәрҙәр"ҙең икенсе томы 2019 йылда үҙенең уҡыусыларын шатландырҙы. Унда яҙыусының тормош һәм ижад юлы хаҡындағы ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, ҡаләмдәштәренең ижади портреттары, мауыҡтырғыс повестар, хикәйәләр һәм юморескалар тупланған.

  Әле яңы ғына баҫылып бөтөп, китап уҡырға яратыусыларға табан ашҡынып юлға сыҡҡан "Һайланма әҫәрҙәр"ҙең өсөнсө томы яңы һәм төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙарынан, поэмаларынан, әкиәт-поэмаларҙан тора.

  Был баҫмала олпат яҙыусының тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары, нескә лирикаһы, үҙенсәлекле образдары, көслө характерҙар бәрелеше, тормошсан геройҙары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер.

  Яҙыусының бай күңел донъяһы, тормош тәжрибәһе, үҙ йөрәге аша үткәргән ваҡиғаларға мөнәсәбәте, йәш быуынға ҡарата төбәлгән тәрбиәүи ижады ошо китапты ҡулына алған бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмаҫ.

  Рауил Шаммастың "Һайланма әҫәрҙәр"ен һатып алыу өсөн нәшриәттең магазиндарына йә kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
27.04.2021

Возврат к списку