Хисле шағирә

Тамара Ғәниева - ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләгән, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә
әҙиптәрҙең береһе. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул ең һыҙғанып эшләй, уңыштары бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнә. Шағирәнең "Һайланма әҫәрҙәр"енең I томына төрлө йылдарҙа донъя күргән шиғырҙары тупланды.
"Һайланма әҫәрҙәр"енең II томына төрлө йылдарҙа ижад ителгән поэмалары һәм лирик шиғырҙары индерелде.

Тамара Ғәниева ижадында Тыуған ил, илһөйәрлек, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, туғанлыҡ һәм башҡа актуаль темалар яҡтыртыла. Кеше тормошонда мөһим булған ваҡиғаларға тәрән уйланыуҙар ҙа, иғтибарлылыҡ та, хислелек тә хас. Был ижад емештәре һәр уҡыусы өсөн яҡшы таныш йәшәйешкә фәлсәфәүи күҙлек аша ҡарарға йүнәлеш бирә.
03.12.2021

Возврат к списку