Хистәр болотонда

Тамара Искәндәриәнең "Һайланма әҫәрҙәр" исемле китабына шағирәнең яҡты хистәргә бай шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Авторҙың ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләренең береһе. Унда үҙ халҡының тарихы һынланышын, яҙмышы өсөн борсолоуҙы, Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, мөхәббәт кисерештәрен бар матурлығында тойорға мөмкин.

Шағирәнең ижад илендә "сәйәхәт иткәндә" таҙа һыулы йылы йылғала йөҙәһең, аллы-гөллө сәскәләр һибелгән хуш еҫле болонда ҡоштар моңона әүрәп йөрөйһөң, һәм ҡапыл ғына ап-аҡ ҡанаттар үҫеп, зәңгәр күккә талпынып-талпынып осаһың...

Автор менән бергә матурлыҡты, рух донъяһын, миҙгелдәрҙең үҙгәрешен күрергә теләһәгеҙ, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, поэзия яратҡан дуҫтарыбыҙ!
07.10.2021

Возврат к списку