Әхмәт Сөләймәновтың тыуған көнө

  Бөгөн  башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы,  Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты  һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры  Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улының тыуған көнө (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл).

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте  Ә. Сөләймәнов төҙөгән  түбәндәге баҫмаларҙы тәҡдим итә:

  “Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы” (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә)

  “Урал батыр” эпосы -  Европа менән Азияны тоташтырып  ятҡан Урал  армыттарында иң боронғо дәүерҙәрҙә  ғүмер кисергән башҡорт халҡының мифологик  ҡараштары нигеҙендә  ижад ителгән ҡабатланмаҫ  ҡомартҡы ул. Әҫәрҙә  донъя мәҙәниәтенә  мәғлүм архаик  эпостарға оҡшаш  дөйөм типологик  һыҙаттар  һәм шулай уҡ уның үҙенә генә хас  этник  үҙенсәлектәре күҙаллана.

  “Башҡорт халыҡ юморы” (Башкирский народный юмор)

  Был баҫма сатира һәм юмор менән һуғарылған шаян әкиәттәрҙән тора. Баҫма фәнни комментарийҙар һәм глоссарийҙар менән тәьмин ителгән.

  Һәр бүлектә әкиәттәрҙең айырмалы  үҙенсәлектәре күҙәтелеп килә.

  Китап  киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.
15.03.2021

Возврат к списку