Хуш киләһең, Рамаҙан!

Беҙ үҙ арағыҙҙан һеҙгә рәсүл ебәрҙек. Ул һеҙгә Беҙҙең аяттарҙы уҡый, һеҙҙе сафландыра, һеҙгә китап менән хикмәт өйрәтә, һеҙ элек белмәгән ғилемдәрҙе бирә, тиелә мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы Ҡөрьән Кәримдең Әл-Бәҡара сүрәһенең 151-се аятында.

Бөгөн рамазан айының тәүге көнө. Ошо изге айҙа бар кешелек изгелеккә, миһырбанлыҡҡа табан йүнәлеш алып, киләсәктә Ер йөҙөн иман нуры балҡытып торһон ине. Ураҙа тотҡандарға сабырлыҡ, теләктәшлек юлдаш булһын. Алланың рәхмәтендә булырға яҙһын барыбыҙға ла.
13.04.2021

Возврат к списку