Әкиәтле бала саҡ
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, бөгөн, 1 июнь көнө Яҡутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының йомғаҡлау өлөшө үтте. Унда төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләп үттеләр. Конкурс БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
Иртә таңдан парк балаларҙың шат тауыштарынан гөрләне. Һәр урында милли уйындарҙан торған ярыштар, ижади конкурстар үткәрелде, һәр береһендә балалар ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты.
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында республикабыҙ район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр байтаҡ ҡына булды.
Сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте китап күргәҙмәһе менән ҡатнашты, ҡатнашыусылар һәм байрамға килеүселәр өсөн нәшриәттә донъя күргән балалар әҙәбиәте һатыуға сығарылды.
Күпселек әкиәттәр, китап-буямдар һәм иллюстрациялы карточкаларға һорау күп булды. Сара матур һәм күңелле үтте.
Ә Октябрь проспекты 2 адресы буйынса урынлашҡан "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында һатып алыусыларға балалар өсөн китаптар тап бөгөн осһоҙораҡ хаҡҡа тәҡдим ителде. Магазинға килгән һәр бала татлы мамыҡ (сладкая вата) менән һыйланды. Бәләкәстәрҙең күңелле әңгәмәһен тыңлау, сағыу һүрәтле китаптарҙы йылмайып асып уҡыуҙарын күреү күңелдәргә рәхәтлек бирҙе.

01.06.2021