Әкиәттәр

Халыҡ ижады телдән телгә тапшырыла килгән бай ауыҙ-тел мираҫы. Әкиәт - балаларҙың иң яратҡан жанры. Унда бәләкәстәр өсөн үҙенә генә хас тылсым, изгелек һәм серле донъя асыла. Шундай әкиәттәрҙе туплап, уҡыусыларыбыҙға сайпылтмай еткереү беҙҙең бурыс.
Тап ошо маҡсаттан сығып, беҙҙең нәшриәттә әкиәттәр йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Уларҙы алып уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Был баҫмалар барыһы ла матур һәм йәнле, мауыҡтырыр һүрәттәр менән биҙәлгән, сифатының яҡшы булыуы менән балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ундағы ваҡиғалар менән танышҡанда күренештәр тағы ла йәнләнә төшә.
Ошондай тәрән йөкмәткеле китаптарҙың балаларға тәрбиә биреүсе генә түгел, уларҙың телмәрен үҫтереүсе лә, күңелдәрен байытыусы ла һәм белем биреүсе лә булыуын онотмайыҡ.
07.03.2022

Возврат к списку