Китап Ғафуриҙа

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Ғафури районы Красноусол ауылында уҙған китап байрамына барҙы. "Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым" тип аталған китаптың исем туйында ҡунаҡтарға нәшриәттә донъя күргән баҫмаларҙы тәҡдим иттек.

Бында яраталар китапты. Башҡорт телен ҡабаттан өйрәнеүселәрҙең күп булыуы һөйөнөс тыуҙырҙы. Юҡ, белмәгәндән түгел, белгәндәрҙе камиллаштырыу маҡсатында. Ошо төбәктән сыҡҡан яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең һәр береһе менән яҡшы таныш улар. Ике мөләйем йөҙлө әхирәт, алмашлап уҡырбыҙ, тип китаптар алды. Китап уҡыуға бәләкәйҙән йәлеп итергә кәрәк икәнен яҡшы аңлай бында йәшәгән ата-әсәләр.

Автор: Илзидә Йосопова.
16.09.2022

Возврат к списку